«

»

Май 04 2018

4 май көнө “Эскелеккә ҡаршы айлыҡ” акцияһына һөҙөмтә яһалды

Апрель айында Иҫке Сибай ауыл мәҙәнәт йортонда халыҡтың кәңәшмәһе үтте. Ошо кәңәшмәлә катын-кыззар Советы, Акинәйҙәр, ветерандар Советы һәм депутаттар менән берлектә бер айға эслеккә ҡаршы айлыҡ иғлан итергә тигән карар кабул ителгәйне.
4 май көнө ошо “Эскелеккә ҡаршы айлыҡ” акцияһына һөҙөмтә яһалды.
Матур биҙәлгән сәхнәне иң алда мәктәп уҡыусылары рухлы шиғырҙары һәм йырҙары менән асты. Кәңәшмәне ауыл биләмәһе башлығы Ә.Б.Ғәлина алып барҙы. “Бер ай эсендә ниндәй һөҙөмтәләргә ирештек, кемдәр нимә эшлане?” – тигән һорауҙарға асыҡлыҡ индерҙек
Беренсе булып ауыл старостаһы З.Ф. Ғәйнуллина сығыш яһаны. Ауылда 35 иҫәптә торған ғәилә бар, һәр бер ғәилагә йөрөр өсөн график төҙөлде, ауыл араһында Аҡ инәҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы бик әуҙем эш алып барҙы, ысынлапта һөҙөмтәләр куренә башланды, мәҫәлән бер эскән ғәиләнең балаларын алып киткәс, ниндәй ауырлыҡ менән кире кайтарып алыуҙары, йәки бер нисә ғәиләнең тәртипкә тороуҙары хаҡында һөйләне.
Икенсе һүҙҙе мәктәп директоры Рәфиҡов С.М. алды, мәктәп балаларына эскелеккә ҡаршы дәрестәр уткәрелеүе һәм ата-әсәләр менән тәрән бәйләнештә булыуҙарын, конференцияла ошо темаға кағылышлы һорауҙар булыуҙарын һөйләп утте.
Ауылдың дауахана етәксеһе В.М.Шәкиров үҙенең сығышында видео таҫмалар менән эскелектең һаулыҡҡа зыяны тураһында һөйләне.
Ошо сығыштарҙан һуң бындай сараны тағы ла үткәрергә кәрәк тип һананылар, һәм октябрь айын “Айыҡ ай” тип иғлан иттеләр.
Саранан һуң “Аҡ инәҙәр” тарафынан әҙерләнгән “Мөнәжәт – йыһандан килгән ауаз” исемле концерт күрһәттеләр. Был коцертты балаларҙың һәм ололарҙың әуҙем ҡатнашыуы бигерәктә куңелгә хуш килде. Артабанда ошондай өгөт-нәсихәттәр ауылыбыҙҙа яңғырап торһон!FYZzoyLyR-Y
HpUN3KhUcYw hPxeITPSbL0

JCkDpgvcAcA UuQ-VDTKMXE