«

»

Июн 25 2018

23 июнь Дәүләт ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” һәм “Шәжәрә” байрамы үтте

23 июнь көнө Сибай ауыл биләмәһенең Дәүләт (Һеңрән) ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” һәм “Шәжәрә” байрамы булып үтте. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, быға тиклем көндәр һалҡынса, елле торһа ла, был көн йылы, ҡояшлы булды. Бәләкәй генә ауыл булһала, байрамға бик күп кеше йыйылды. Ваҡытында был ауыл ҙур ауылдарҙан һаналған булған, Үрге Дәүләт һәм Түбәнге Дәүләт ауылында 230 өй булған. Эш булмағанлыҡтан ауылдан кешеләр төрлө яҡҡа күсеп китергә мәжбүр булған. Бөгөнгө көндә был ауылда 15 өй иҫәпләнә. Кеше һаны 34. Төп сығышы Дәүләт ауылынан булған Кинйәбулатовтар, Уралбаевтар йәшәй.
Үҙ ауылдарына, ата-әсәһенә, тыуғандарына, намыҫына тоғролоҡ һаҡлап бик күптәр был байрамға дәртләнеп килгән. Әйтеп үтергә кәрәк Исмәғиловтәр, Вәллиуллиндәр, Сәлимовтәр, Кинйәбулатовтар, Уралбаевтар, Малабаевтар, Курмановтар, Ғәбитовтар үҙҙәрен төп Дәүләтселәр тип танытты. Һәр береһе тирмә ҡороп, шәжәрәһен өйрәнеп, йолаларын күрһәтеп, йыр – бейеү менән ҡаршы алдылар. Үҙҙәренең аш – һыуы, ҡул эштәре, башҡа оҫталыҡтары менән ҡыуандырҙылар.
Жюри комиссияһын етәкләп клуб директоры Һунаршина М.З. алып йөрөнө. 11 кешенән торған комиссия ағзаларына ла урынды һайлап биреү еңел булманы.
Байрамды “Атайсал” фольклор – йыр ансамбле асты. Ҡатнашыусыларҙы ауылдың хакимиәт башлығы етәксеһе Ә.Б. Ғәлина ҡотлап үтте. Ҡотлауҙар музыкаль номерҙар менән бергә барҙы. Ауылдың шәхестәрен, абруйлы кешеләрен төрлө номинациялар менән маҡтау ҡағыҙҙыры һәм бүләктәр биреп ҡотланылар. Тағы ла шуны әйтергә кәрәктер, бер көн алда ғына һаулыҡ һаҡлаусыларҙың профессионал байрамында “Отличник здравохранения Республики Башкортостан” исемен яулаусы, миҙал менән бүләкләнеүсе Кәримова (Уралбаева) Р.И. һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнеүсе Кинйәбаева Г. Ю. ауыл исеменән дә ҡотлап бүләкләп үттеләр.
Тирмәләр буйынса беренсе урынды Сәлимовтар араһы яуланы, икенсе урында Вәлиуллидәр, өсөнсөлә Кинйәбулатовтар бүлеште. Барыһыла маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнделәр.
Байрамды ойоштороуҙа ауыл хакимиәтенә Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Әхмәров Йәмил Азамат улы, Һаҡмар ауылынан эшҡыуар Мурзаханов Флюр Зөфәр улы үҙе үҫтергән ҡыярҙары менән, Иҫке Сибай ауылының эшҡыуары Әхмәров Иҙел Азамат улы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүләктәр менән ярҙам итеште.
Матур байрамды ойоштороусыларға барыһына ла ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа гел уныштар ғына юлдаш булһын!!!

O864tg313xU

XUyOAlV0sgY

IMG_20180623_123625[1]

IMG_20180623_122446[1]

IMG_20180623_141910[1]